Ҡурай моңо (исполнитель: Неизвестен)
Гүзәл Үлмәҫҡолова көйө Фәнүзә Зөлҡәрнәева - Нәбиуллина шиғыры Беҙҙең күңел ҡурай моңдарына Баласаҡтан үрелеп үҫкән. Сал ҡурайҙың сихри ауаздары Йөрәктәр тибешенә күскән. Ерҙә әле ундай моң тыумаған - Ҡурайҙың моңона торошло. Ул моң рухыбыҙға ҡәүәт өҫтәй, Ул моң – беҙҙең күңел торошо. Данлы ҡурай изге Уралымдың Тупрағын татып һут алған. Тамырҙыры бәрәкәтле илдә, Һәр күҙәнәгенә ҡот алған. Ерҙә әле ундай моң тыумаған - Ҡурайҙың моңона торошло. Ул моң рухыбыҙға ҡәүәт өҫтәй, Ул моң – беҙҙең күңел торошо. Ҡурайыбыҙ – данлы тарихыбыҙ, Яңғыраһын ҡурай моңдары. Серле ҡурай моңона сорналып, Тыуған илем, атһын таңдарың! Ерҙә әле ундай моң тыумаған - Ҡурайҙың моңона торошло. Ул мөғжизәле төҫкә эйә, Сикһеҙ күкте осоп иңләрлек!.