Һөйөү ялҡыны.(И.Яхин муз һәм аранж,Ф.Буляков (исполнитель: Альберт Салауатов)

1. Күңелемдә тулай ҡарлы буран,
Йөрәгемде өтә һалҡыны.
Бер ҡарашың етә бары йәнгә
Дөрләтергә һөйөү ялҡынын.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
2. Ҡарашыңдан йәнем ҡанатлана,
Күңелемдең ярһыу ут сағы.
Ғүмерлеккә йәнгә ялҡын бирер
Беҙҙең ҡабыҙған һөйөү усағы.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
3. Мөхәббәтең уты йөрәгемдә,
Ялҡынынан йәнә тереләм
Ҡараштарың ҡояш сатҡыһылай,
Шул нурҙарға ҡат-ҡат үреләм.
Ҡушымта:
Араларҙы буран киҫкән саҡта,
Зая үткән көндө йәмләйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
Йәнебеҙҙе беҙҙең бер итеүсе,
Бар итеүсе һөйөү, йәнкәйем.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Enrique Iglesias Be Yourself  Яжевика- маленькое чудо  Enrique Iglesias Wish You Were Here  Нервы улетаем на луну  Enrique Iglesias You Rock Me  Сектор газа русский мат  Гоня и гопник личинка  Enrique Iglesias Roamer 
О чем песня
Альберт Салауатов - Һөйөү ялҡыны.(И.Яхин муз һәм аранж,Ф.Буляков?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен