Мин төшөмдә (исполнитель: Азат Зиганшин)
Мин төшөмдә үлгәнмен дә, имеш, Һин өҫтөмә тупраҡ ташлайһың. Яратыуҙан янып һөйгәнемде Шунда ғына аңлай башлайһың. Һин ташлаған бер үс дымлы тупраҡ Утлы сәскә булып атһа ла, Йөрәгеңдән сыҡҡан күҙ йәштәрең Һуғарырға уны аҡһа ла – Тик һуң инде, бик һуңланың, һылыу: Һыу биреүсе кәрәк – һыуһағас, Ут йотҡанда кәрәк – мөхәббәтең, Нәфрәтең дә етә – һуңлағас. Рәми Ғарипов