Аҡ болоттар (исполнитель: Гульсум Бикбулатова)

Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаһы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр шул,
Йәш көйөнсә килә ҡалаһы.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаһы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаһы.

Йәшлек йылдар бик тиҙ үтәләр шул,
Хәтирәләр генә ҡалдырып.
Ағарталар сикә сәскәйҙәрен,
Маңлайҙарҙа һырҙар ҡалдырып.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаһы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаһы.

Көтөп тормай беҙҙе бер ҙә ваҡыт,
Әллә ҡайҙа шулай ашыға.
Ҡыуып тота алмай йәш ғүмерҙе
Йәйәүле лә, хатта атлы ла.

Ҡушымта:
Аҡ болоттар йөҙә зәңгәр күктә,
Их, шуларҙы тотоп алаһы.
Йәш ғүмерҙәр бик тиҙ үтәләр,
Йәш көйөнсә килә ҡалаһы.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Будущее уже произошло  Песни 50-х  Here She Comes Again DJ Antonio Rmx Royksopp  Утро понедельник  VESPERE  Кошка сашка москва  Vacuum Hollow – Rainbow  Дисс на бабангиду 
О чем песня
Гульсум Бикбулатова - Аҡ болоттар?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен