Айырылып булмай яҙмыштан (исполнитель: Ғәзим Ильясов)

Нисә тапҡыр инде талпынһам да,
Ҡанатланып ҡуя аҡҡоштар.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Айырылып булмай яҙмыштан.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Айырылып булмай яҙмыштан.

Хыялымда осам ҡош шикелле,
Ғүмерҙәрем әле уҙмаған.
Мин теләгән бәхет- шатлыҡтарым,
Әллә инде миңә яҙмаған.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Күтәрелеп булмай яҙмыштан.

Тәҙрә асып тағам йондоҙҙарға,
Береһе бейек, береһе юғары.
Юғарыға ҡарап ялбарһам да,
Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ бары.

Болоттарға әле еткәнем юҡ,
Йондоҙҙарҙы күрәм тик ерҙә.
Әллә ниңә осоп китеп булмай,
Күтәрелеп булмай яҙмыштан.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
У любви как у пташки крылья Кармен  Blue Burns Orange Hawthorne Heights  Песня чемпионов  Ирина Отиева поэма  Школьная-учителя  Рекетир 
О чем песня
Ғәзим Ильясов - Айырылып булмай яҙмыштан?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен