Йэнем минен (демо) - :.comvernie_druzya_yana (исполнитель: Ян Лира)
ЙӘНЕМ МИНЕҢ. 1. Яҙмыштарҙы бер ни күрмәй, Япраҡ итеп ел уйната. Күк көмбәҙе илай - ямғыр Һинең сәстәрең сылата. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары. Ҡушымта: Йәнем минең, hин йөрәгем. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем. Мин ғашиҡмын, бәғеркәйем, Һиндә генә ике күҙем. 2. Беҙ икәүҙәй, юҡтыр бер кем - Һөйөүебеҙ шундай көслө. Айырылышыу беҙгә янамай, Беҙ бер бөтөн кеүек төслө. Тау артынан ҡояш ҡалҡып, Көмөш айҙы алмаштырҙы. Өйөрөлә бөтә донъя - Ә мин hиңә ғашиҡ бары.