Һыу һибегеҙ гөлдәргә (исполнитель: Радик Гареев)
Назар Нажми һүҙҙәре, Рим Хасанов музыкаһы Юлдарым буйлап киләмен, Елдәрем иҫә генә; Йылдарым балҡып һүнәләр – Ғүмерем иҫәбенә. Ғүмер балҡый, ғүмер балҡый Балҡыған күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Йыр йырлап һөйгәнемә; Ҡанатландыра күңелде Һөйҙөрә белгән генә. Ғүмер балҡый, һөйөү балҡый Ҡанатлы күңелдәрҙә. Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек, Һөйөү бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Юлдарым буйлап киләмен, Килмәйем, еләм генә. Йәшәүҙәр, йәшәү шикелле Дуҫтарым менән генә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә. Ғүмер балҡый, дуҫлыҡ балҡый – Ялҡынлы күңелдәрҙә. Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек, Ғүмер бит ул гөлдәр кеүек – Һыу һибегеҙ гөлдәргә, гөлдәргә.