Онотманым һине ауылым (исполнитель: Сагинбаев Юнир)

Күңелемә дауа кеүек була
Көн дә һине иҫкә алыуым,
Нишләр инем, әгәр был донъяла 
Һин булмаһаң тыуған ауылым.

Хушлашҡанда һиҙмәгәнмен икән
Йөрәгемдең һиндә ҡалыуын,
Ғүмер үткән һайын мин нығыраҡ 
Һағынамын һине ауылым.

Яҙмышымда күрҙем күкрәүен дә
Күрҙем йән тетрәткес дауылын,
Юлым ҡайҙа ғына юлыҡһа ла
Онотманым һине ауылым.

Юҡҡамы ни һиңә ашҡыныуым,
Хис ҡуҙында баҙрап яныуым,
Әсәм элгән сәңгелдәгем һиндә,
Атам йорто һиндә ауылым.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Яркие  Письмо бродский  Развернись николай емелин  Living in Me Omnium Gatherum  Outside Chance The Turtles  Kate Ryan Libertine (Radio Edit)  Britney Spears--Gimme More  Supercell - My Dearest 
О чем песня
Сагинбаев Юнир - Онотманым һине ауылым?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен