Уҙып барған ғүмер (исполнитель: Фәрит Бикбулатов)
Уҙып ҡына барған был ғүмерҙең Кире ҡайтмаҫлығын мин беләм, Ә шулай ҙа артыҡ бошонмайым Үҙ юлымдан һаман мин киләм. Әлмисаҡтан алып хәҙергәсә Фәрештәләр беҙҙе етәкләй, Имен-аман торһа был донъялар, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй. Был донъяның тәмен күп татыным, Күп түләнем хаҡын йәлләмәй, Йырҙарымды һеҙгә йырлап торһам, Миңә артыҡ бер ни кәрәкмәй.