«Йылмаяйыҡ әле бер». Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре, Вилүр Мәүлитов көйө. (исполнитель: РӘФИС СИРУСИН)

Рәфискә 17 йәш. Беренсе тапҡыр сәхнәлә 6 йәшендә «Баштарыма кейәм түбәтәйҙе» тигән йыр менән сығыш яһай. Түбәтәй мөғжизәле булып сыға, Рәфис район конкурсында беренсе урын яулай. Ошо тәүге уңышынан һуң, һәләтле егет төрлө сараларҙа ҡатнашып, яңы үрҙәр яулап, тормош баҫҡыстары буйлап күтәрелеүен дауам итә. Әле Сибай сәнғәт колледжында белем ала, айырыуса вокал дәрестәрен ярата. Быйыл «Ирәндек моңдары» конкурсында үҙешмәкәрҙәр араһында беренсе урын яулай. «Юлдаш» каналы яңы һәләттәр аса, был ҙур эш, тип шатлығы менән бүлеште рухлы башҡорт егете Рәфис Сирусин.

Ул әлегә беҙҙең иң йәш конкурсантыбыҙ. Сирусиндар ғаиләһендә барыһы ла йырлай. Өлгөлө ғаиләлә балаларҙың ижади үҫеше, киләсәге өсөн күп көс һалына. Рәфис ниндәй генә ярышта ҡатнашып ҡарарға теләһә лә, ата-әсәһе риза булып, хуплап, һәр яҡлап ярҙам итеп тора. «Юлдаш йыры»нда ҡатнашырға теләк белдергәс, ата-әсәйем ныҡ ҡыуанды, ти ул. Уның һөйөнөстәрен уртаҡлашыусы тағы бер кеше – уҡытыусыһы Вилүр Мәүлитов. Йәш егеттең һәләтен асыусы, уны үҫтереүсе, алға әйҙәүсе һөнәрмән.

Рәфистең тормошо йәштәрсә - китап уҡый, кино ҡарай, ҡыҙҙар менән дуҫлаша. Тик бына төндәр буйы урам ҡыҙырырға ваҡыты ҡалмай, сөнки сәнғәт тырышлыҡ талап итә. Сәнғәт һәм спорт. Спорт – Рәфис үҙ иткән йәнә бер шөғөл. Киләсәктә сәнғәт буйынса китергә теләр инем, шулай ҙа спортты ҡалдырмаясаҡмын, сөнки сәләмәт тормош алып барыу – минең тормош асылым, ти ул. Аҡыллы, киң даирәле, булдыҡлы егеттең маҡсаты – уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт академияһында дауам итеү, хыялы – «Юлдаш» каналында йырҙары даими яңғырай башлауы, йәшәү ҡағиҙәһе – һәр ваҡыт шөкөр итеп, булғанына риза булып йәшәү.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Миленьки  Loki Black Widow  Мишень я  Юрий на льду - русский опенинг Yuri!!! on Ice  Анна корнильева головоломка  Ummon sokin tun  Белые-белые  Потребитель 
О чем песня
РӘФИС СИРУСИН - «Йылмаяйыҡ әле бер». Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре, Вилүр Мәүлитов көйө.?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен