Өмөтөмә(шиғыр) (исполнитель: Айгөл Йәмил)
ӨМӨТӨМӘ Күҙҙәр ҡорос сәсә. Туҡта, китмә! Өмөтөм, мин һиңә өндәшәм. Юҡ-бар ышандырыусан ымдарың менән Күңелемдә гел шулай йәшә. . . Йылмайҙыр һин мине УЛ яҙғанда, Күккә ашыр, шылтыратҡанынан. Илке-һалҡы аралашыуҙан һуң Төшкә индер, йоҡо алдынан. . . Шыбырла һин иҫкән елдәр булып "Ә бәлки барыһы үҙгәрер. . . " Ышандыр һин мине юҡ барға! Ялған булһа ла һүҙҙәрең! Бит Унһыҙ миңә ауыр булыр Тормош һынауҙарын үтеүе. Ҡышта ҡалды был дыуамаллыҡ тип Юл сатында ташлап китеүе . . . Төрлө төҫһөҙ мин бит шиңермен Күҙҙәремдән нурҙар юғалыр. Юҡ, ҡалдырма өмөтөм мине. Ҡара һағыш ҡара йылан булып Йөрәгемә йәнә уралыр. . . Һеҙ әле лә яҡын-яҡын дуҫтар. . . Шулай тиеп йыуат йәнемде. . . Китмә. Миңә Ул кәрәк. тултырырға бушаған күңелде. Юҡ та. . . Былай ғына кәрәк. Һулар һауа, күрер яҡтылай. Минеке булмаһа ла янымда булһын. Миңә Унһыҙ ҡояш яҡтырмай. . . Былай ғына, былай ғына булһын. . . Әллә ҡараңғы төштөмө? Әллә өмөт Барыбер ташлап осто йыһанға. Ә миңә бары ҡалды иртә һайын Табынырға һоро-һарыға. . .