Ямғыр вальсы(шиғыр) (исполнитель: Айгөл Йәмил)

Ниһайәт, тәҙрәләрҙе асып, 

Төнгө һауаны һулап кинәнәм.

Ә тышта яҙ менән бергә

Танһыҡ ямғыр вальс әйләнә.

Шундай ярһыу, һәм иҫ китерлек моңһоу.

Үҙәк өҙгөс моңһоу, ниңәлер.

Бына-бына йөрәк өҙөлөп төшөп,

Ямғыр бейеүенә эләгер. . .

Уға нимә, йөрәк инде күнгән. 

Ҡыш башынан тулай дауылда.

Йә күктәргә аша, ҡоламаҫлыҡ булып,

Йә йәнә кире оса упҡынға. . .

Йөрәк инде күнгән һағыштарға.

Берәй ҡасан түҙмәй ярылһа,

Ғәйеп булмаҫ бары был хистәрҙә.

Булыр бәлки ямғыр, яҙҙарҙа.

Ғәйеп булыр минең асылымда,

Артыҡ шашындырҙы яҙҙар ҙа.

Барыһы ла үтә ысын булды.

Бормаланды барыр юлдар ҙа.

Тик барыбер юғалтаһым килмәй.

Ошо яҙҙы, ошо ямғырҙы.

Таң алдыған борсоған төштәрҙе,

Ниҙер иҫләткән айҙар-һандарҙы.

Юғалтаһым килмәй һағышымды,

Юғалтыр өсөн уны тапманым.

Күпме ваҡыт!

Эҙләнем мин һине!

Күпме ваҡыт көттөм, ялҡманым.

Хәҙер килеп, ямғыр менән яҙҙың 

Бергә ҡала алмаҫтарын белһәм дә

Төнгө сәғәттәрҙә, Шопен моңдарында

Йөрәгемде һалам бейеүгә.

Ҡалмаҫ, беләм, йәнә ал таң атҡас,

Яҙ һәм ямғыр һөйөүенән тамсы ла.

Әммә бары тик шул бер бейеү өсөн 

Йөрәгемде өҙәм, ҡамсылап.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Артем Лоик vs Вася Х-фактор Батл  Ишкин оглу оом ишти  My all Maraya Kery  Бочка бас колбасит соло колбасёр  DRAGO-снежная королева  Шагай вперед мой караван Аркадий Северный 
О чем песня
Айгөл Йәмил - Ямғыр вальсы(шиғыр)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен