"Ҡош юлы" проекты өсөн махсус яҙылған йыр (Һүҙ. А. Харитонов, муз. А. Шамсутдинова)) (исполнитель: Альбина Шамсутдинова & Андрей Харитонов)
1. Сиге юҡ был донъяның беҙҙен өсөн, дуҫтар, Ҡайҙарҙа ғына булһаҡта - яҡын аралар. Гитараны ҡулға алып сығырбыҙ беҙ ҡырға, Күңелле йырҙар йырлап илһамланырға. ҡуш-та:Таң атканда ҡырау төшөр, Тик һүнмәҫ беҙҙең усаҡ, Ҡош юлына юл тотабыҙ, Сөнки хыялдар уртаҡ. Үҙ көсөңә ышан, дуҫым, Дөрөҫ юл һайла! Гитараңда уйнап ебәр, Һандуғастай һин һайра! 2. Тирә яҡта ҡоштар һайрай, йылғалар аға, Ағас шаулай, елдәр иҫә, ямғырҙар яуа, Йәмле тәбиғәт ҡосағы, айлы кистәре... Оноторлоҡ түгел, дуҫтар, ошо хистәрҙе. 3. Сиге юк был донъяның, дуҫтар, беҙҙең өсөн. Берләштерә гитараның моңло тартыу көсө, Ҡулдар уйнай, йөрәк тулай, ҡош юлы алға атлай, Йырҙарыбыҙ киләсәккә халҡым моңон һаҡлай.