Һин ҡайҙа, мин шунда... (Заһир һәм Галия йыры) (минус) (исполнитель: Фидан Гафаров)

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был донъяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм.

Ғәлиә:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донъя балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.

Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.

Заһир:
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре янып юғала.

Галия:
Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,
Мәңге яна, мәңге йырлана.

Заһир, Ғәлиә бергә:
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Ғәлиәм. /Заһирым/.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Богдан титомир тимати  Hi-Fi - А Мы Любили  Я не умею разговаривать с  9Lives  Богдан черный  1класс 1класс  Planton  Была эта не так 
О чем песня
Фидан Гафаров - Һин ҡайҙа, мин шунда... (Заһир һәм Галия йыры) (минус)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен