Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Тарих халыҡтарҙы сыбыртҡылап ярҙы, Саңға әйләндерҙе көсһөҙ көсһөҙҙәрҙе, Данға күмә барҙы нурлы рухлыларҙы, Бөйөк маҡсат ҡуйып алҡа ынтылыусыларҙы Башҡорт нуры тибеҙ, башҡорт яугир тибеҙ, Башҡорт көсө тибеҙ, башҡорт хисе тибеҙ, Үткән заман менән ғорурланабыҙ беҙ, Бөйөк батырҙарҙың ейәндәре үҙебеҙ Тик ниңәлер ҡала беҙҙе баҫа һала, Дала күңелебеҙ ҡалала ҡыҫыла Урал тоҡомдары ҡаланы үҙһенмәй, Үҙһенгәндәр иһә үҙҙәрен әрһеҙләй Ә бит үтә әрһеҙ булыу ғорур башҡортҡа килешмәй, Бөтәһе лә бер үк түгел, башҡорт уны ла аңлай, Ҡаланың ҡаты тормошо һәр бер кемде арбай, Ҡайһы бер ауырлыҡтарға бирешергә ярамай. Ҡушымта: Башҡортостан баш ҡалаһы, Башҡорттарҙын баш ҡалаһы, Ҡалай итеп башҡортоңа, Был ҡалала ҡалаһы? Ауылдарҙа ғына башҡортлоҡ һаҡланды Башҡортлоҡ ниңә ҡалала ваҡланды? Башҡортлоҡты ниңә ҡалала юғалттыҡ Ҡайҙа ғәйрәтебеҙ? Ҡайҙа беҙҙең ихласлыҡ? Онотола йола, телдән тәм юғала Вата һәм емерә телебеҙҙе ҡала Ярлы ғына телдән мейе яралана Киләсәк тоҡомға беҙҙән ниндәй тел ҡала? Тарих еңмәгәнде ҡала беҙҙе еңә Сит йәнәшә кемдәр күңелдәргә инә Ҡала ҡанундарын кем уйлап сығарған? Ниңә ул ҡанунға беҙгә буйһонорға? Иркебеҙ юҡмы ни үҙ ҡанун сығарырға Башҡортто күтәрергә, телебеҙҙе һаҡларға Төрлө яҡтар була, ҡайҙа хоҡуҡ, ҡайҙа ғибрәт? Кем эҙләй-үҙен таба, нимә уйлайһын, йәмәғәт? Ҡушымта. Теш ҡыҫҡанға айһай тештәр һынмаҫ Үрелгәндәр генә үкенмәҫ Батшаларға башҡорт баш эймәгәндә Башҡаларға башҡорт башын эймәҫ Мин һинең менән һөйләшәм башҡортса Бер ниндәй ҡатмарлы һүҙ ҡулланмайынса Өйрәнелгән ябай телдә асырға Төрлө фекерҙе һәр бер кешегә Мин башҡорт, Урал тоҡомонан Һәм һиңә ике һорау менән өндәшәм Үҙеңдең башҡорт булыуыңа үкенәһеңме Сит кешеләр араһында бер үҙеңде күрәһеңме Әгәр шулай икән, беҙҙе тыңла Йолаларҙы онотма, ҡаланың һор кейеме аҫтында ултырма Сыҡ асыл, һөйләш ҡурҡма Башҡорт аҫыл матур рухы мен|