Карагай. (Л.Һаҡмар шиғыры, Резида Мухаметзянова көйө) (исполнитель: Ильнар Миранов)

ҠАРАҒАЙ
Л.Һаҡмар шиғыры  Р.Мөхәмәтйәнова көйө

Әй тулҡынды елгә, беҙҙе күргәс,
Тәҙрә ҡаршындағы ҡарағай,
Йөрәктәрҙе өҙгөләмә, тинек,
Ярамай бит улай, ярамай!

Ҡушымта:
Мөхәббәтте ярһыу була, тиҙәр,
Кемдең йәне һиндә, ҡарағай?
Өнһөҙ серләшкәндә ут-ҡараштар
Тәрнәйә һағыш-яралар…
Әй ҡарағай, уйсан ҡарағай,
Ярамай бит улай, ярамай…

Һине генә, һине яҡын күрҙем,
Хыялымдан бергә атланым,
Серҙәш иттем әле ҡарағайҙың
Тәҙрәм ҡаршыһына баҫҡанын.

Ҡушымта.

Был ни ғәжәп, сайҡалыуҙан йөҙәп,
Тынып ҡалған бөгөн ҡарағай?
Ғашиҡ бер йән өҙөлөп һөйгәненең
Күҙҙәренә гүйә ҡараған.

Ҡушымта:
Мөхәббәтте ярһыу була, тиҙәр,
Кемдең йәне һиндә, ҡарағай?
Өнһөҙ серләшкәндә ут-ҡараштар
Тәрнәйә һағыш-яралар…
Әй ҡарағай, уйсан ҡарағай,
Ярамай бит улай, ярамай…
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Танец маленьких утят  На ладони линия пьеха  Ты гори гори мой костер  Нюша не перебивай меня  Красная плесень туда обратно  Талисман чёрный ангел  Лёд тронулся кажэ обойма 
О чем песня
Ильнар Миранов - Карагай. (Л.Һаҡмар шиғыры, Резида Мухаметзянова көйө)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен