Гимназиям s:.comrafastudio (исполнитель: Гимн Гимназии №3 им. Джалиля Киекбаева)
Гимназиям
1. Киләсәкте уйлап юлға сыҡтыҡ, 
Изгелекле таңдар оҙатһын.
Асҡыстарын беҙгә һин бирәһең,
Ғилем тигән аҫыл йоҙаҡтың.
Пр.  Гимназиям – белем усағым,
         Йәйеп тора гелән ҡосағын.
      2.  Ғилем тауҙарына үрләй барһаҡ,
           Алдыбыҙҙа офоҡ яҡтыра.
            Мәктәбебеҙ, һинең уңыштарың,
            Тыуған илем йәмен арттыра.
    
      3.  Йәшәтеүсе йерҙә  башҡорт рухын,
           Башҡортостан – ғәзиз илебеҙ.
             Мәктәбебеҙ – көмөш ҡыңғыраулы,
             Онотмабыҙ мәңге һине беҙ.