Гимназиям s://.com/rafastudio (исполнитель: Гимн Гимназии №3 им. Джалиля Киекбаева)
Гимназиям
1. Киләсәкте уйлап юлға сыҡтыҡ,
Изгелекле таңдар оҙатһын.
Асҡыстарын беҙгә һин бирәһең,
Ғилем тигән аҫыл йоҙаҡтың.
Пр. Гимназиям – белем усағым,
Йәйеп тора гелән ҡосағын.
2. Ғилем тауҙарына үрләй барһаҡ,
Алдыбыҙҙа офоҡ яҡтыра.
Мәктәбебеҙ, һинең уңыштарың,
Тыуған илем йәмен арттыра.
3. Йәшәтеүсе йерҙә башҡорт рухын,
Башҡортостан – ғәзиз илебеҙ.
Мәктәбебеҙ – көмөш ҡыңғыраулы,
Онотмабыҙ мәңге һине беҙ.