Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Һағындым,һағындым ауылымдың Йәм-йәшел сирәмле урамын Шул урам буйлатып ҡайтҡанда уйланып Йәшлеккә ҡайтҡан кеүек буламын -------------------------------------------------------- Һағындым ауылымдың,ҡырҙарын Турғайлы киң баҫыу юлдарын Шул юлдар уҙғанда,турғай йыр һуҙғанда Иҫләйем йәшлегем йылдарын ----------------------------------------------------------- Һағындым ауылымдың күлдәрен Бөҙрә тал эйелгән күл ярын Һандуғас һайрағас күңелгә моң тулғас Иҫкә алам йәшлегем таңдарын ------------------------------------------------------ Һағынам,һағынам ауылымдың Йәшлектә эҙ ҡалған ерҙәрен Ҡайтҡанда эҙләйем эҙләмәй түҙмәйем Йәшлектең табылмаҫ эҙҙәрен.