Хуш килдегез кунактар( Гульфия Юнусова-Эльвира Хаматнурова) (исполнитель: Элина Хакимова)
Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар! Һеҙҙең яҡтарҙа нисектер, Беҙҙә шундай йола бар. Ҡунаҡтарҙы юлға сығып, Ҡаршы ала хужалар. Ҡушымта: Ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар. Беҙҙең ҡулдағы һыйҙан. Ихласлыҡ билдәһе булған Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан! Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай, Ауыҙ итегеҙ, ҡунаҡтар, Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан! Һеҙҙең яҡтарҙа нисектер, Беҙҙә матур йола бар: Ҡунаҡтарҙы йырлап-бейеп Ҡаршы сығып алалар. Ҡушымта: Алдығыҙҙағы тустаҡта Күпереп тора ҡымыҙ. батырҙар эсемлеге бит, Тәмләп эсеп ҡуйығыҙ! Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай, Күпереп торған ҡымыҙҙы Тәмләп эсеп ҡуйығыҙ! Сәксәк, икмәк, ҡымыҙҙан һуң Бейей башлай аяҡтар. Уртаҡ байрам ҡотло булһын, Хуш килдегеҙ, ҡунаҡтар! Ҡушымта: Рәхим итегеҙ хуш еҫле, Сәксәктән, икмәк-тоҙҙан. Ҡүтәрелһен күңелегеҙ Ап-аҡ әсе ҡымыҙҙан! Һа-а-а-а-ай, һа-а-а-а-ай, Ҡүтәрелһен күңелегеҙ Ихлас ҡаршы алыуҙан!