Рәхмәт мәктәбем (исполнитель: 11 В (2013 выпуск))

1.....................................    
Мәктәбемдең баҫҡысында          
Бала сағымдың эҙҙәре,                
Нисек йәшәргә өйрәтә                 
Уҡытыусымдың һүҙҙәре.               
                                                             
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым
Биргән белемдәрең өсөн,
Рәхмәт һиңә, уҡыу йортом
Яҡты бала сағым өсөн.

припев:

Рәхмәт һиңә, рәхмәт һиңә,
Беҙҙе бергә йыйғаныңа,
Яҡшыны ямандан
Айырырға өйрәткәнгә,
Рәхмәт һиңә...

2......................................
Беҙ уҡыған был мәктәптең
Һәр бүлмәһе яҡын һымаҡ,
Хушлашырға ваҡыт етте,
Беҙ осабыҙ ҡоштар кеүек.

Рәхмәт һиңә, уҡыу йортом
Бәхет тулы көндәр өсөн,
Рәхмәт һиңә, уҡытыусым
Алтын түҙемлегең өсөн.

припев:

Рәхмәт һиңә, рәхмәт һиңә,
Минең яндарҙа торғанға,
Сабырлығың өсөн 
Һәм һинең яғымлығыңа,
Рәхмәт һиңә...

3.........................................
Белем тауын асты мәктәп,
Белем тауы бигерәк бейек,
Үргә менгән һайын донъя 
Яҡтыра барғандай кеүек.

Һау бул мәктәп, һау бул мәктәп,
Хуш бул минең саф бала саҡ,
һинән алған хистәр 
Күңелемдә гел ҡаласаҡ,
Эх, баласаҡ...
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Liz Kay When Love Becomes a Lie  Многоточие - щемит в  Solar Stone Late Summer Fields  Solar Stone Seven Cities  Amanda Lear Follow Me  Amanda Lear Black Holes  Amanda Lear The Lady In Black  Darvin алкоголь 
О чем песня
11 В (2013 выпуск) - Рәхмәт мәктәбем?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен