Ай-һай Салауат (исполнитель: Йәш Ҡарауан Һарай - Салауат)
Сабып сығып сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын, Оран һалып илгә, һай, Салауат, Меңгелеккә әйҙәй сафтарын. Ҡушымта: Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны. Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, Сүкмәгәндәй ергә Уралтау, Салауаттың йыры илде тынмаҫ, Ене алмаҫ рухын корал-дау. Ҡушымта: Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны. Сит ил дошмандары хор халҡымдың Юлдарына купме таш өймәҫ. Батшаларға башын эймәгәнде, Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ. Ҡушымта: Ай-һай, Салауат, тыуған ерзең ҡото, Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙен уты, Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, Ай-һай, Салауат, үҙ халҡымдың даны.