Йыханда (исполнитель: МС Алакан и Лиана Хабибуллина)

Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде, был наҙлы күҙҙәр.
Был ҡара сәстәрен, һәм был татлы ирендәр,
Йөрәккә шатлыҡ тула, әгәр булһаң минең эргәмдә.
Һинһеҙ көндәрем ҡараңғы һымаҡ, һинһеҙ был донъя минең өсөн ямаҡ,
Һине күргәндә йөрәгем һелкенә, күкрәгемде йыртып ул сығыр һымаҡ.
Дөрләп, яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Беҙ бергә булғанда, бәхетле минуттар.

Ҡушымта:
Беҙ осабыҙ бергә, йыһанда, йыһанда,
Мөхәббәт ялҡынының, беҙ усағында,
Һинен менән бергә булғанда, булғанда,
Башҡа бер ни кәрәкмәй был донъяла.

Һинең өсөн, һөйгәнем, йөрәк түренән ағылған һүҙҙәр,
Хәтерҙән юйылмаҫ инде, был наҙлы күҙҙәр.
Был йылы ҡулдарың, һәм был наҙлы ҡарашың,
Тәрән тойғоларҙа йөҙә һәм юғала башым.
Бәләкәй генә мин булғым килә, ҡосағыңда, тойғоларҙа юғалғым килә,
Минең йөрәгемдең һин иң түрендә, һинең менән мин мәңге ҡалғым килә.
Дөрләп, яна ялҡындар, тик һинһеҙ мин һалҡында,
Көн һайын осрашыуҙарҙа, бәхетле минуттар.
Беҙ унда!!!
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
You ruin me  Чужой Андрей Мисин  Ben seni sevdim  True believer  Вольный стрелок STALKER  Skillet Its Not Me Its You 
О чем песня
МС Алакан и Лиана Хабибуллина - Йыханда?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен