Ғумер уҙа (фит Буранбай) (исполнитель: 03. Тартай/Фил МС)

Фил МС:

"Хөрмәт" тигән төшөнсәне еңел юғалтыу,
Карабты офоҡта яңҙын оҙатыу.
Дуҫтарымдан тайпылмам, сайҡалмам,
Һеҙҙең менән генә мин ҡайта алмам.
Бөтә теләктәр тормошҡа ашыр,
Бары ла яҡшы, сөнки ышанам  был башы,
Йөрәк тибеш йәтеш продакшен иң көслө,
Бөтә ғүмерем бер  рэп трек төҫлө.
Оҡшай үҙемдең тормош һәм дә донъям,
Һеҙ әҙерме, аяҡ ер тоя,
Андеграунд ҡайҙа икәнен белдем. Ул ауылда.
Халыҡ йырҙарын йырлау акапелла табында.
Кис ултырып, хатта кәрәкмәй эскә тултырыу,
Йөрәкһеҙеңдә күңелең ҡутара ине,
Бүтән ҡайҙалыр төпкә сиртә ҡылдарың,
Ҡайҙа минең бушҡа сарыфҡа осҡан йылдарым.

Ҡушымта: (Буранбай)

Ғүмер уҙа дуҫҡай, сәсрәй туҙан усҡа.
Борсолма һин бушҡа, урам беҙгә ҡуша.

Ғүмер уҙа дуҫҡай, сәсрәй туҙан усҡа.
Борсолма һин бушҡа, урам беҙгә ҡуша.

Тартай: 

Ҡытай күрмәһәм дә өсөнсө йыл Ишимбайҙа,
Бында хәрәкәттәр, төшөрәләр айҙан.
Аңламай тапайҙар киң балаҡтарҙа малайҙар,
"Тру"мы һә, һин белмәйһең ҡайҙан.
Шунан һәр куплетым тормошомдоң бите,
Аңлашылмаһа яҙыуҙар, зинһар ғәфү итен.
Минең теләк бары битҡа уйҙар яҙылыуы
Һәм тыңлаусым һинең рэпҡа тоғро ҡалыуың,
Һурған тишек буш шешәне ҡустым ҡалдыр артта,
Мейес тоҡандыра, булһам да мин тартай,
Хәҙер күҙҙәремдә үҙгәрә ҡараштар,
Үткән дуҫ түгелдер, ләкин беҙ таныштар.
Дуэттан солаға үҙгәрә унынсы йылда,
Төшөнсөлөк түгел микро минең ҡулымда,
Һаман һары япраҡтарҙан дауа алам көҙҙән,
Йәшә алырмынмы ижад ҡолаһа юғалтып йөҙҙән.

Ҡушымта: (Буранбай)

Ғүмер уҙа дуҫҡай, сәсрәй туҙан усҡа.
Борсолма һин бушҡа, урам беҙгә ҡуша. 

Ғүмер уҙа дуҫҡай, сәсрәй туҙан усҡа.
Борсолма һин бушҡа, урам беҙгә ҡуша.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Desperate soul  Сыграем в игру  Руру winтer  Я Буду Славить Господа Христа Прославление  Ты спросил у лифта стоя- сколько  До рассвета пусть горит любовь  Radiant Records я другой 
О чем песня
03. Тартай/Фил МС - Ғумер уҙа (фит Буранбай)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен