Шәүрә килен (исполнитель: Ишмулла Дильмухаметов)

Билге лә генә ҡуйҙым, ай, биләнгә,
Шәүрә килен киләм дә тигәнгә.
Ҡәнәфер ҙә сәйнәп, бөрктөм баҙыян
Шәүрә килен дә кейгән еләнгә.
 
Шәүрә килен дә кейгән еләндең
Итәк осҡайҙары ла мунсаҡлы.
Айға ла ғына, көнгә тиңләмәйем,
Һылыулығың, Шәүрәкәй, шул саҡлы.
 
Һауала ғына осҡан, ай, аҫыл ҡош,
Ыласын ғына тиһәм дә, биле ала.
Эскенәйем тулып, ай, ут яна,
Һунһен генә тиһәм, бүтән ни ҡала?

 * * *

Аҡ ҡуянҡай ҡыуып, ай, ҡасырҙым,
Аҡбуҙ атҡа менеп баҫтырҙым.
Юҡ йомошҡайымды барҙар итеп,
Алдатып та ишек астырҙым.
 
Ҡамсат ҡына бүрек туҙмай, тиҙәр,
Ҡырылып уҡ ситенән туҙа икән.
Ғишыҡ алһа, егет түҙмәй, тиҙәр,–
Йөрәк майғынаһы һыҙа икән.
 
Алтын ғына булып, ай, ағайым,
Көмөш кенә булып та тамайым!
Шәүрә һылыу, һинең алдарыңда
Шәм филтәһе булып та янайым.

* * *

– Шәүрә килен, кейгән еләнеңдең
Итәк осҡайынан еңе оҙон.
– Көндөҙ һөйләшергә йөҙөм ояла,
Һөйләшербеҙ, ҡайным, төн оҙон.
 
Сәскә атһа, гөлдәр, ай, баллана,
Бал ҡорттары ҡунып та бал ала.
Болан балаһылай үҫкән ҡыҙ бала
Һөйгән генә булып та алдана.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Te vreau Daisy  Macross Frontier Infinity  Ты Меня Любимой Назови Бота feat 101  Реп прости меня  Амеба  Mann Mohanaa 
О чем песня
Ишмулла Дильмухаметов - Шәүрә килен?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен