Акмулла мунажате (исполнитель: Этногруппа "Иремель")

Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,
Ахирәт эштәренә инан, тигән.

«Хоҙай, кисер!» — тигән менән эш бөтмәйҙер, «Иман шартын өйрәнмәһә — Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән, Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.

Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән, Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.

Ятҡан ерҙән: «Хоҙай, кисер»,— тигән—хурлыҡ, Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән югер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,
Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән. Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,

Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.
Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә - сабыр, тигән, 
Сабыр кеще моратын табыр тикән

Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө — хурлыҡ, Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән, Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән. Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк: Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Гарик харламов про ссср  Не отпускай мою руку  Джем - стану ночью твоей  We Still Believe Acoustic Stick To Your Guns  New Found Glory Eyesore  Illusions in G Major Electric Light Orchestra  Welcome To Wherever You Are Bon Jovi  The Rapture Sister Saviour 
О чем песня
Этногруппа "Иремель" - Акмулла мунажате?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен