Ултыр әле әсәй яндарыма (исполнитель: Неизвестен)

Нурия Абдуллина көйө һәм шығыры

Туктап ҡалдым тормош юлдарымда,
Ултыр әле, әсәй, яндарыма.
Ҡайғыларға нихәл (нисек) түзәйем,
Серҙәремне кемгә һөйләйем.

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Кәңәшеңде тотам, әсәйем,
Сабыр итә-итә йәшәйем,
Ниҡ шулай ҙа минең сәстәремә
Йылдар инде ап-аҡ ҡарҙар һибә.

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"

Ҡыҙым инде үҫеп буйға етте,
Тормош үҙәненән атлап китте.
Улда миңә шулай килерме:
"Кәңәш бирсе, әсәй!" — тиерме?

"Донъя булғас була төрлө хәлдәр,
Ваҡытлыса булһын ауыр мәлдәр.
Шулай үтә инде ул был тормош,
Ныҡ бул, балам, йәшәргә тырыш!"
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Я не подарок 
О чем песня
Неизвестен - Ултыр әле әсәй яндарыма?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен