Күкрәгемнән кошлар очырам (С.Низаметдинов-М.Кәрим) (исполнитель: Марат Шарипов)
Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр! Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ: Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға, Күтәрелде күккә ҡарағош. Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам. Сығып осто ярһыу бер һандуғас Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә. Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер, Яңы өмөт өҫтәп өмөткә. Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам, Бар эшемдең сыҡтым осона. Шуға күрә бөгөн таңдан алып Күкрәгемдән ҡоштар осорам.