Кызыл Милэш (исполнитель: АРСЛАНОВА ГУЛИЗА)
Һин дә сит ерҙәрҙә яңғыҙ үҫәһең бит ҡыҙыл миләш, Кем бәхетенә һин ҡыҙыл күлдәк кейеп булдың кәләш? Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш. Емешеңдәй әсе яҙмышҡайым минең һиңә тиңдәш... Һиңә ҡыҙыл миләш, булып һәр саҡ серҙәш елдәр иҫә, Минен күңелемдә елдәр түгел һағыш гөлө үҫә. Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш, Яңғыҙ йөрәккәйем, юҡ бит терәккәйем, Булсы серҙәш. Юҡ, елдәрҙә иҫеп сит ерҙәрҙә серҙәш булалмай, Өҙгөләнә үҙәк, үрһәләнә йән дауа табалмай. Ҡыҙыл миләш, тәлгәш-тәлгәш, Яңғыҙ йөрәккәйем, юҡ бит терәккәйем Бирсе кәңәш...