Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Дуҫтар ғына Беренсе куплет. Дуҫтар ғына, түгел башҡа бер кемдә Яҙышалар, һөйләшәләр дуҫ һымаҡ көндә Хистәрен бер-берҙәрена әйтә алмайҙар Дуҫлыҡты юғалтып ҡуйырмын тип ҡурҡалар Аңлайҙар, дөрөҫ түгел икәнен улай Ләкин ҡурҡыу тойғоуо уйнай ҙа уйнай Һиҙҙермәйҙәр мөхәббәттәрен бер-беренә Фәрештәләр шуға эй үкенә лә үкенә Яҙышалар көндә интернет селтәрендә Вк ноктэ комда дуҫтарҙа беренселә Ебәрәләр йырҙар мөхәббәт темаһына арналған Ун меңдән күберәк хәттәр менән емейл тулған Егет күҙ алдына килтерә ошолай киләсәген Шул ҡыҙҙа күрә балаларының әсәһен Ә ҡыҙ күҙ алдына килтерә ошолай Балалары ошо егетте әйтерҙәр тип атай. Припев. Әйтегеҙ һуң бер-берегеҙгә нимә тояғыҙ Нишләп ҡурҡағыҙ, нишләп оялағыҙ Дуҫлығығыҙ юғалмаясаҡ, булмай улай Ә хистәрҙе белмәенсә йәшәп булмай Икенсе куплет. Урамда күренһәләр, оҙаҡ һөйләшәләр Бер-берҙәренән китәләре килмәй, көлөшәләр Бер күренһәләр ярты сәғәт тороуҙары мөмкин Күңелдәре уларҙың шундай киң Ситтә икенсе егет һәм ҡыҙ үбешеп торалар Шуларҙы күреп бер-берҙәренән ҡыйынһыналар Телдәрен шундай ваҡытта йоталар ҙа ҡуялар Ләкин бер нәмәлә һиҙҙермәҫ өсөн, йылмаялар Егет, күпме була инде, әйҙә беренсе Һин бит батыр, емерелмәсе Малай бит беренсе аҙым яһарға тейеш Тәбиғәт шулай ҡушҡан, һин уның менән килеш Тыңла йөрәгеңде, улда шулай тип әйтер Һине дөрөҫ юлға баҫтырып ебәрер Асырһығыҙ тормошоғоҙҙа яңы бит Иң һәйбәт мөхәббәт дуҫлыҡтан башлана бит =)