кой ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ хуз РИФ ЙОЗЛЕКБАЕВ (исполнитель: ФАРИТ ЯКШИГУЛОВ _ЙАШЛЕККА КАЙТАМ АЛЕ)
Фәрит Яҡшиғолов көйө Риф Йөзлөкбаев шиғыры Ҡыңғыраулы аттар егеп Үттек йәшлек йылдарын. Һөйөлдөк тә, һөйҙөк тә беҙ Беҙҙең заман ҡыҙҙарын. Йүгән элеп, атҡа менеп, Йәшлеккә ҡайтам әле. Йөрәгемдә һин һаман да Һөйәм яратам әле, Йәшлеккә ҡайтам әле. Күкрәк киреп, гармун тартып Ҡыңғыраулы аттарҙа. Ҡыҙҙар урлап төн уҙҙырҙы Таралышҡан таңдарҙа. Йүгән элеп, атҡа менеп, Йәшлеккә ҡайтам әле. Йөрәгемдә һин һаман да Һөйәм яратам әле, Йәшлеккә ҡайтам әле. Саналағы пар аттарҙа, Ап-аҡ ҡарға эҙ һалып. Үткән йәшлек йылдарымдан Уҙамын иҫкә алып. Йүгән элеп, атҡа менеп, Йәшлеккә ҡайтам әле. Йөрәгемдә һин һаман да Һөйәм яратам әле, Йәшлеккә ҡайтам әле.