Тонге серенада (исполнитель: Гүзәл Әхмәтова и)
Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары Һағыныу сәләмемде илтһәсе Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып, Күңелеңдә сыңлап үтһәсе. Әйҙә, иркәм, тын күл буйына Төнгө күл иҙрәй ай нурына Ҡамыштарға ҡушылып мин йырлармын, Яҡын күрһәң йырым тыңларһың. Йырымдың һәр һүҙе һин генә Йөрәгемде аңлай бел генә Күрсе, иркәм, ниндәй матур был төн Йондоҙҙар яна беҙҙең өсөн.