Үҙ яғыма ҡайтһам (исполнитель: Сәғмҙулла Байегет һәм)
Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Тыңлар инем үлән үҫкәһен. Тыңлар инем салғы тауыштарын, Киске йылы елдәр еҫкәнеп. ]Үҙ яғыма ҡайтһам - ергә ятып Эсер инем шишмә һыуҙарын. Тыңлар инем ҡыҙҙар йырлағанын, Егеттәрҙең ҡурай моңдарын. Үҙ яғыма ҡайтһам - ялан аяҡ Эҙләр инем тәүге юлымды, Инеш буйындағы сәскәләрҙе, Үҙем түшкән тәүге кыҙымды.