Акмулла мунажате (исполнитель: Этногруппа "Иремель")

Аҡмулла мөнәжәте
Иң әүәл кәрәк нәмә – иман, тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
«Хоҙай, кисер!» тигән менән эш бөтмәйҙер,
«Иман шарты»н өйрәнмәһә – Иван, тигән.

Икенсе ҡиммәт нәмә – күңел, тигән,
Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл тигән.
Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,
Булмаһа күңел таҙа – күмел, тигән.

Өсөнсө ҡиммәт нәмә – аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көйөрлөккә һатыр, тигән.

Дүртенсе ҡиммәт нәмә – шөкөр, тигән,
Ниғәмәткә шөкөрһөҙлөк – көйөр, тигән.
Ятҡан ерҙән: «Хоҙай кисер», – тигән – хурлыҡ,
Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.

Бишенсе ҡиммәт нәмә – әҙәп, тигән,
Әҙәп, тигән – мөхәббәткә сәбәп, тигән.
Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,
Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.

Алтынсы ҡиммәт нәмә – сабыр, тигән,
Сабыр кеше моратын табыр, тигән.
Һәр эштә сабырһыҙҙың төбө – хурлыҡ,
Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.

Етенсе ҡиммәт нәмә – ихлас, тигән,
Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.
Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:
Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас – юлдаш, тигән.

Алдыбыҙҙан киткәне юҡ хәүеф-хәтәр,
Был халыҡ, белә тороп, ғафил ятар.
Ғәфеләттән уяныу юҡ, оялыу юҡ,
Кар(а)уандар үтеп ятыр ҡатар-ҡатар.

Яҡшылар хаҡтан күңел ауҙырмаған,
Яманға Хоҙай рәхмәт яуҙырмаған.
Белемһеҙ үҙе белмәҫ, йүнгә күнмәҫ,
Холҡо тинтәк һыйырҙай һауҙырмаған.

Иң әүәл паклау кәрәк эстең керен,
Эстә тулып ятмаһын һаҫыҡ эрен.
Аһ, дәриға! Эс таҙарһын, эс таҙарһын!
Булмаһа, файҙа бирмәҫ ҡоро белем.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Skillet monster  Еврейская  Maybeshewill This Time Last Year  Как на берег Дона Хор Турецкого  Sollux  Lana del Rey sadness 
О чем песня
Этногруппа "Иремель" - Акмулла мунажате?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен