Яратмаҫлыҡ түгелмен(2017) (исполнитель: Искандер Сулейманов)
1)Йөрәгеңдә миңә урын юҡ шул Һин битараф ахры бөтөнләй, Ә мин янам һинең ялҡыныңда Мөхәббәтем һүнмәй, һүрелмәй. Пр: Ниңә генә яратманың мине, Ниңә икән бикле күңелең? Өмөтләнәм әле яратыр тип, Мин бит яратмаҫлыҡ түгелмен. 2)Йөрәгеңдә урын тап әле һин Яуапһыҙ хистәрҙә яндырма, Һөйөүеңдән мине мәхрүм итеп Яңгыҙымды ғына ҡалдырма!