Сынрау торна (исполнитель: Ҡарауанһарай)

СЫҢРАУ ТОРНА  Рәми Ғарипов һүҙ.

Сыңрай-сыңрай осоп килде
Сыңрау торнаҡай.
Уралыңдан сәләм, тине
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Иҫән-һау, ти,
Урал-тау, ти
Сыңрау торнаҡай.

Юҡ хафа,ти, юҡ афәт, ти
Сыңрау торнаҡай.
Илдә ир-ат — Салауат, ти
Сыңрау торнаҡай.
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Ил көйләр, ти,
Тел һөйләр, ти,
Уйнар ҡурайҡай.

Ҡыуанысым, йыуанысым
Булды Уралдай,
Йыр ҡанатлы, нур ҡанатлы
Сыңрау торнамдай, —
Уралҡайым, Уралҡайым,
Тыуған Уралҡай!
Быуаттарҙан быуаттарға
Осоп барғандай!..
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Видео к песне:
Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Infinite hysterie  Кэскил уонна кэскилээнэ  А я маленькая бяка  Manija  1 но алкашу всего-лишь останется  НИКИ МИНАЖ  Она Г Грач и гр Бумер  Еду На Аборт на стихи Альбины 
О чем песня
Ҡарауанһарай - Сынрау торна?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен