Китмәҫкә кил (баш.) (исполнитель: Радик Юльякшин)
Ишетәм бит йыраҡтан, Атлап килештәреңде. Тоям әллә ҡайҙарҙан, Йөрәк тибештәреңде. Колас йәйеп ҡаршы алам, Һағындырып киләһең. Һин тип башым әйләнгәнде, Әйтмәһәм дә һин беләһең. Ҡушымта: Китмәҫкә, кил яныма, Ғумергә йәрем бул. Минең өсөн, һөйөклөм, Йырлап туймаҫ йырым бул. Наҙ тулы йөрәгемде, Бары һиңә һаҡланым. Күңел һине көткәндер, Инде ныҡлап аңланым.