Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (Очень красивая башкирская (исполнитель: Сагидулла Байегет)

Ҡайтамын тип, хаттар яҙыуыма,
Көндәр түгел айҙар уттеләр.
Әммә юлдар, һиңә илтмәйсә,
Йыраҡтарға алып киттеләр.

Ҡушымта:
Бер ҡайтмаһам, әсәй, бер ҡайтырмын,
Утыңды һүндермәйсә мине көт.
Һине көттөрөп тә ҡайталмаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфү ит.

Көтәһеңдер хат ташыусы килһә,
Ҡош телендәй сәләм барҙыр тип.
Хат булмаһа, өмөт итәһеңдер:
Иртәгә, бәлки, булыр тип.

Ҡушымта.

Көтәһеңдер мине, ҡайтыр тиеп,
Теҙелешеп ҡоштар ҡайтҡанда.
Улым тип, һин ишек асаһыңдыр,
Көҙгө елдәр тәҙрә ҡаҡҡанда.

Ҡушымта.

Юлға сығам, әсәй, ҡайтыр юлға,
Утыңды һүндермәйсә, мине көт,
Ошо юлда тағы оҙаҡлаһам,
Кисер мине, әсәй, ғәфу ит.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Queens of the Stone Age God Is On The Radio  Godspeed  Queens of the Stone Age A Song for the Deaf  Queens of the Stone Age I Wanna Make It Wit Chu  Queens of the Stone Age The Fun Machine Took A Shit  Queens of the Stone Age Sky Is Falling  Queens of the Stone Age Think I Lost My Headache 
О чем песня
Сагидулла Байегет - Кисер мине, әсәй, ғәфү ит (Очень красивая башкирская?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен