Ауылымдын изге карттары (З.Нагаева) (исполнитель: Шарафутдинов Рифат)

Ауылымдың изге ҡарттары
Сәләм биреп, сәләм алып уҙам
Ауылыма ҡайтҡан саҡтарҙа.
Һирәгәйә бараһығыҙ шул инде
Ауыл йәме булған ҡарттарым.

Һаҡлайыҡ, тимен, һаҡлайыҡ әле бер аҙ
Ғүмерҙәрен ошо заттарҙың
Тыуған яҡтың тере хәтерҙәре -
Ауылымдың изге ҡарттары.

Афәттәрҙе еңгән бабайҙарым,
Һағыштарға түҙгән әсәйҙәр,
Яралары һыҙлап-һыҡрап яна,
Һуғыш күрмәһен тип балалар.

Йырлап үҫтем, тыңлап үҫтем һеҙҙе,
Ауылымдың моңло ҡарттары.
Еңеүҙәргә алып килгән йырҙар -
Һеҙҙең йәшлектәрҙең йәдҡәре.

Оҙағыраҡ йәшәгеҙ һеҙ күреп
Тормоштарҙың матур саҡтарын.
Тыныс көндәр, имен йылдар көтһөн
Ауылымдың изге ҡарттары.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Прославлю я ведь ты достоин  В небе канареечка Свирид Петрович Голохвастов и др  Андрей Леницкий - наше лето  Она была актрисою и даже за кулисами  Murat yk Любовный секрет  Темно синие глаза зона  Сенс-санс  Нобовар Чаноров 
О чем песня
Шарафутдинов Рифат - Ауылымдын изге карттары (З.Нагаева)?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен