Ишелеп уңды сейә баҡсала (исполнитель: Лилиә Букеева)

Альбина Имаева көйө
Миңлегөл Хисамова шиғыры

Ишелеп уңды сейә баҡсабыҙҙа, 
Юҡһың, әсәй, ауыҙ итергә. 
Күрше инәйҙәргә инеп сыҡтым, 
Өлөшөңдө хәйер итергә. 

Ҡушымта:

Йәй миҙгеле — ана бешкән сейә, 
Күҙҙең яуын ала баҡсала. 
Күҙҙәреңдең нуры ҡайтҡан кеүек, 
Ялҡын үтә, күпме һаҡлама. 

Сейәләрен йыйғас, ағас ҡалды 
Емештәрһеҙ, моңһоу бағышы. 
Ғүмерең дә шулай, көсөң бөткәс, 
Балаң күҙенә ҡарай һағышлы. 

Ҡушымта

Сейәләрен тиргән ағас һыны — 
Ҡартлығыбыҙ көтә сабырланып. 
Уңыш етеренә өмөтләнеп, 
Йәш үҫенте сы ҡҡан тамырланып.

Ҡушымта
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Maria Peszek Moje miasto  Maria Peszek Mam kota  Maria Peszek Nie mam czasu na seks  Maria Peszek Kobiety pistolety  Maria Peszek Muchomory  Maria Peszek Ludzie psy  Maria Peszek Nie ogarniam 
О чем песня
Лилиә Букеева - Ишелеп уңды сейә баҡсала?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен