Еңеүселәргә дан (исполнитель: Ғабдрахман Хәбибуллин)

Яу ораны һалды Ватан,
Ат атланды батырҙар – 
Ил дошмандарын ҡыйратып,
Яуҙан еңеп ҡайтырҙар.

Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яуға оҙаттыҡ ирҙәрҙең
Аҫылын, батырҙарын.
Яуға оҙаттыҡ ҡыҙҙарҙың
Алтынын, матурҙарын.

Һай, аҫыл ил улдары,
Яуҙан еңеп ҡайтығыҙ.
Һай, алтын ил ҡыҙҙары,
Ҙур дан менән балҡығыҙ.

Яҙ ҡояшы кеүек балҡып,
Батырҙар ҡайтты яуҙан.
Яҙ ташҡыны кеүек урғып,
Йырҙары килә алдан.

Дан һеҙгә, ил удрары,
Ватан йырлай һеҙгә дан!
Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары,
Хөрмәтләй һеҙҙе ватан!

Доншманды еңде егеттәр
Еңделәр ил ҡыҙҙары.
Дандары ҡояш кеүектәр
Алтындан йондоҙҙары.

Дан һеҙгә, ил удрары,
Ватан йырлай һеҙгә дан!
Дан һеҙгә, ил ҡыҙҙары,
Хөрмәтләй һеҙҙе ватан!
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Май мьюзик  White Power Skinhead Турист  Deborah Blando Proprias mentiras  Маршрут 205 счастье  Токташева  Щепка Comedy Woman  Сулус  Не унять мне эту боль исполнитель 
О чем песня
Ғабдрахман Хәбибуллин - Еңеүселәргә дан?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен