Тирәккәйем (исполнитель: Ҡурайҙа Айнур, йырлай Динә)
Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк, Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем; Зифа буйлы тирәк кеүек Үҫкәнһең гүзәлкәйем. Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк, Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем; Ағым һыуға ҡаршы йөҙмә, Талыр бит беләккәйең. Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк, Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем; Минең йөрәккәйем яна, Янамы йөрәккәйең? Тирәк-тирәк, тирәк-тирәк, Тирәк (Һаҡмарҙа)-тирәккәйем; Тирәгеңдә ҡошатар һайрай Һағындым бәғеркәйем.