Рахмат мактабем (исполнитель: 9 Класс)
Мәктәбемдең баҫҡысында Бала сағымдың эҙҙәре Нисек йәшәргә өйрәтә Уҡытыусымдың һүҙҙәре Рәхмәт һиңә, уҡытыусым Биргән белемдәрең өсөн. Рәхмәт һиңә, уҡыу йортом Яҡты бала сағым өсөн Рәхмәт һиңә, рәхмәт һиңә, Беҙҙе бергә йыйғаныңа Яҡшыны ямандан Айырырға өйрәткәнгә Рәхмәт һиңә. Беҙ уҡыған был мәктәптең, Һәр бүлмәһе яҡын һымаҡ, Хушлашырға ваҡыт етте, Беҙ осабыҙ ҡоштар кеүек Рәхмәт һиңә, уҡыу йортом Бәхет тулы көндәр өсөн Рәхмәт һиңә, уҡытыусым Алтын түҙемлегең өсөн Рәхмәт һиңә, рәхмәт һиңә Мтнең яндаоҙа торғанға Сабырлығың өсөн һәм һинең яғымлығыңа Рәхмәт һиңә. Белем тауын асты мәктәп, Белем тауы биг(е)рәк бейек Үргә менгән һайын донъя Яҡтыра барғандай кеүек Һау бул мәктәп, һау бул мәктәп, Хуш бул минең саф бала саҡ Һинән алған хистәр Күңелемдә гел ҡаласаҡ Эх бала саҡ