Басыр йыры (Тормош йыры) (исполнитель: Мәғәфүр Хисмәтуллин)
Мәсәлим Вәлиев көйө Мирсәй Әмир шиғыры Йырға һалып хат ебәрәм, Фатимам! Йыр һөйөүсе дуҫтарым артынан. Алыҫ, бик алыҫ ерҙәрҙән. Ут эсендәге илдәрҙән — Өҙөлөп сәләм һиңә Басирҙан. Мин иҫән, Мин үлмәм, Бөтмәҫ көс алам Тыуған илемдән. Мин иҫән, Мин үлмәм, Мөхәббәт көслө Тиҙәр үлемдән. Һинең өсөн утҡа инәм, йән алмам, Янмай сығам мин яныр тауҙарҙан. Йәнем, бәғерем, һинең өсөн, Беҙҙе үҫтергән илем өсөн Упҡындарға керәм яңынан. Мин үлмәм, Еңелмәм, Еңелә торған кеше Түгел мин. Мин үлмәм, Еңелмәм, Бөтмәҫ көс алам Тыуған илемдән. Шашкын һағыныу баҫа ҡайсаҡ, гүзәлем! Һине һағынам, Фатимам, йөрәгем. Һағыныу көс бирә, еңелмәм, Домшанға мәнге бирелмәм. Көт, юғалтма мине, теләгем. Мин иҫән, Мин үлмәм, Мөхәббәт көслө Тиҙәр үлемдән. Мин үлмәм, Еңелмәм, Еңелә торған кеше Түгел мин.