Минен йондозом Из спектакля Февраль.Буран...(слова Р.Гарипов,муз.И.Яхин) (исполнитель: Артур Кабиров)
Ғүмерем буйы мин бит яңғыҙым, Эҙләйем һине яҡты йондоҙом. Юғалдың ҡайҙарҙа? Юл алдың ҡайҙа? Һинһеҙ, йондоҙом, юлым бик оҙон... Ниңәлер күпте көтә күңелем, Көткәнгә микән күпте киң илем? Дауыллы йылдарҙа, Бормалы юлдарҙа Мин еңел йөклө булмам, һөйөклөм! Саҡыра тағы алыҫ юлдарым, Юлдашым минең - йөрәк моңдарым, Тынғыһыҙ көндәрҙә, Йоҡоһоҙ төндәрҙә Күрсе мин барын, яҡтырт юлдарым!