Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)

Ҡушымта:
Мин бөтәһен дә күрәмен, быны һин дә күрәһең,
Ҡылыҡтарын түрәнең, бысыраҡ түккәнен, тормош кипкәнен
Иптәш, ни өсөн һүлпәнһең? Тиҙҙән һүнәһең!
Ғәфү ит, ҡасып булмай, тыңла, мин яҙмай түҙмәнем!
Күренмәй торған һуғыш. Ҡағиҙәһеҙ уйын.
Беҙҙең маҡсат һаҡлау, уныҡы - юйыу.
Дошман - завод, продукт - маңҡорт,
Файҙаһыҙ, тыңлаусан алйот.
ЙыртҠыS :
Ишек асыҡ, әйҙә түргә уҙ, йылмайып ҡулыңды һуҙ,
Мин һинең дуҫ, ишетерһең тура һүҙ,
Ҡолаҡты шәберәк ҡарпайт, һөйләрмен тик һаҡиҡәт
Уңайлыраҡ ултырт, тыңла,башланды реаль әкиәт.
Башҡортостан картаһына ҡараһаң яҡшы ғына
Ҡуйы урмандарға керһәң яҡты ғына, йылҡаҡа төшһәң, һыу тейә тубығыма
Башҡортостан Рәсәй картаһында бер япраҡ саҡлы ғына,
Япраҡтың тороп ҡалды ҡоро ботағы ғына
Аҡса эшләй ала мөғжизә, һин дә быға ышанаң, әйеме?
Һуңғы туҡталышҡа тиклем парға әйләнде түгелме?
Башҡорт икенсе сортло халыҡ, һуңғы ваҡытта хәлдәр буйынса
Һин быға ризамы "Әйе...Юҡ!" , ә, һин теге ҡурҡаҡмы?
Беҙ яланғас булһа ла ағас, тауҙар, йылғалар, күлдәр
Тарих китабынан бер аяҡлы крәҫтиән төшә иҫкә
Тормош матур, был миҙалдың икенсе яғы, миңә алһыу күҙлек кәрәкмәй
Минең күҙҙәр былай ҙа яҡшы күрә!
Касл :
Тәүҙә кәмене башҡорт теле дәресе һаны,
Һуңынан ябылды мәктәп, уҡытыусы эшһеҙ ҡалды.
Иҫләйем, Баймаҡ, мәсет. Һеҙгә лә итәм тәҡдим
Онотмаҫҡа шундай ваҡиғаны, мәҫәлән, Ахметшин Фәнзиль.
Бөтәһе лә 2-3 йыл эсендә булды
Тулды минең башымда уйым, ҡысый ҡулым.
Була ғәҙҙеллек ҡасан? Көтәмен яуап һаман .Ҡыуан дошман! Ҡыуан маңҡорт!
Салауатта пикетта 30-лаған кеше баҫҡан, ә беҙ 150 мең ҡалала.
Ике елкәмде ҡыҫам да, ҡулды һелтәйем ошо халыҡҡа
Сөнки аңламағас, йәки һатылғас. Эскә,төпкә ҡойроҡто ҡыҫ, дуҫыңа һөйлә
Имеш һиңә кәрәк түгел был тел, был милләт.
Ысын әйтәм, оят. Һеҙ тиҙәк, тоям
Салауат һеҙҙе тыңлап китер ине ҡолап.
Белегеҙ, был көрәштә минең һынмаҫ рухым,
Сөнки мин буламын ейәне Бейеш батырҙың.
Иҫем дә китмәҫ ине табылһа мылтыҡ йәки бомба
Наркотик
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Loreena McKennitt The Dark Night Of The Soul  Loreena McKennitt Marrakesh Night Market  Loreena McKennitt Full Circle  Loreena McKennitt The Gates of Istanbul  Loreena McKennitt Caravanserai  Loreena McKennitt The English Ladye and the Knight  White Houses Vanessa Carlton  Loreena McKennitt Beneath a Phrygian Sky 
О чем песня
Неизвестен - Отсутствует?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен