Йаш гумер (исполнитель: Мажитова Гузель)
Йәш ғүмер бер үҙғас, Ҡайтмай ул яңынан, Тик минең йәшлек никтер Ҡайтыр кеүек; Йәшлектә һөйгән йәр: «Һағындым, килеп ал, Һине көтәм һаман», - тип Әйтер кеүек. (2 ҡабат) Юҡ ҡайтмаҫ йәш ғүмер, Ҡалды ул йыраҡта, Зәңгәр томан артында Һағыш булып; Йәшләй һөйгән йәр ҙә Ятҡа ҡалды унда Әллә яҙмыш, әллә бер Яңлыш булып. (2 ҡабат) Яңлышты төҙәтеп, Яҙмышты үҙгәртеп Йәшәһәң, йәшлек кире Ҡайтыр кеүек. Тик Бер йыраҡ йондоҙ. Йә, Айҙан Зөһрә-ҡыҙ «Йәшлек яҙың бында», - тип Әйтер кеүек. (2 ҡабат) «Йәшлек яҙың бында», - тип Әйтер кеүек...