Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)

Баламдың атаһы

Ғүмерҙәр үткәндә
Донъялар көткәндә
Терәгең булһын ул яҡларлыҡ.
Арыған саҡта ла,
Һағынған саҡта ла
Иңенә башыңды һалырлыҡ

ҡушымта:
Баламдың атаһы-
Йәнемдең яртыһы,
Таяныр кешем һин янымда.
Һүҙ теймәҫ балама,
Күҙ теймәҫ ғаиләмә
Яҡлаусы ҡәҙерлем барында.

Һин мине һөйгәнгә,
Мин һине һөйгәнгә
Тормоштар үрелә гөлдәргә.
Атай, тип йән атып,
Әсәй, тип яратып,
Балабыҙ йылмая күҙҙәргә.

Ишектән инеүең,
Балаңды һөйөүөң,
Нур булып түгелә ғаиләмә.
Хоҙайым, ситһенмә,
Бәхетем күпһенмә,
Барына ғүмерҙе йәлләмә!?
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Тыныш  Natavan Habibi Bezdim  Answer beelzebub END no3b  Ahowa Da El Kalam Warda  Party Time Elisa Rosselli  Lx24 Без тебя My Life 
О чем песня
Неизвестен - Отсутствует?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен