Ай- һай, Салауат! (Рәми Ғарипов һүҙҙәре). (исполнитель: Артур Туҡтағолов)

Сабып сығып сал быуаттар аша, 
Сапсындырып суйын саптарын, 
Оран һалып илгә, һай, Салауат, 
Мәңгелеккә әйҙәй сафтарын. 

Ҡушымта.

Ай-һай, Салауат, тыуған илдең ҡото, 
Ай-һай, Салауат, тыуған ерҙең уты, 
Ай-һай, Салауат - башҡортомдоң ҡаны, 
Ай-һай, Салауат, уҙ халҡымдың даны. 

Аҡмағандай кире Ағиҙелкәй, 
Сукмәгәндәй ергә Уралтау, 
Салауаттың йыры илде тынмаҫ, 
Еңә алмаҫ рухын ҡорал-дау. 

Ҡушымта. 

Сит ил дошмандары үҙе халҡымдың 
Юлдарына күпме таш өймәҫ. 
Батшаларға башын эймәгәндә, 
Сит-яттарға башҡорт баш эймәҫ. 

Ҡушымта.
Послушать/Cкачать эту песню
Mp3 320kbps на стороннем сайте

Открытка с текстом :
Удобно отправить или распечатать
Создать открытку
У нас недавно искали песни:
Dragonette Lay Low  Dragonette Rocket Ship  Dragonette My Work Is Done  Dragonette Our Summer  Dragonette My Things  Emily Osment All the Way Up  Emily Osment I Hate the Homecoming Queen  Emily Osment Average Girl 
О чем песня
Артур Туҡтағолов - Ай- һай, Салауат! (Рәми Ғарипов һүҙҙәре).?
2020 © Tekstovoi.Ru Тексты песен