Отсутствует (исполнитель: Неизвестен)
Һине күреп янып йөрөнөм, Әйтә алмай теләгемде. Әйтелмәгән мөхәббәтем, әйтелмәгән мөхәббәтем Яндыра йөрәгемде. Үҙем һөйәм, үҙем көйәм, Үҙем ҡасам, күренһәң. Сәскә булып үҫәр инем, сәскә булып үҫәр инем, Сәскәләргә үрелһәң. Йә йыллмайып, йә моңайып Ҡаршыма килһәң ине. Тормош юлын берәү булып, тормош юлын берәү булып Үтәйек тиһәң ине. Һине күреп янып йөрөнөм, Әйтә алмай теләгемде. Әйтелмәгән мөхәббәтем, әйтелмәгән мөхәббәтем Яндыра йөрәгемде.